Изге йома көнө
Изге йома көнө ✅Бәндәләрҙең хаталарын, тәүбә итә белгәндәрҙең гонаһтарын кисереү, әжер-сауаптарын күберәк биреү өсөн Аллаһы Тәғәлә төрлө изге көндәр һәм кистәр булдырған. Йома – ошо мөбәрәк көндәрҙең береһе. ✅«Әлбиттә, йома намаҙы еңел түгел, әммә был намаҙ өсөн әжер-сауаптарҙың күпме булыуын белһәгеҙ, мәсеткә һеҙ шыуыша-шыуыша булһа ла барырға тырышыр инегеҙ», – тигән пәйғәмбәребеҙ. ✅Йома көн – мосолмандарҙың был фани донъялағы һәм әхирәттәге байрам көнө. Ғибәҙәттәрҙе көсәйтеп, нәсихәттәргә нығыраҡ иғтибар итеп, иманды нығытып ала торған көн. ✅«Әгәр ҙә мосолман был көндө яҡшы итеп йыуынып, йома намаҙына барһа, уның был аҙнала эшләгән бөтә гонаһтары ярлыҡаныр, намаҙға барған ваҡыттағы һәр аҙымы өсөн уға әжер-сауаптар бирелер. ✅Әгәр йома намаҙынан һуң «Әл-Ихлас», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен ете тапҡыр уҡып сыҡһа, был кешене Аллаһ аҙна буйына төрлө бәлә-ҡазаларҙан һәм бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлар», – тигән пәйғәмбәребеҙ.