Намаҙ уҡымаусыларҙың аҡланыуҙары
Намаҙ уҡымаусыларҙың аҡланыуҙары 1. “Ваҡыты етмәгән әле” Кешегә ун йәш тулыу менән намаҙ уҡыу ваҡыты етә. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ с. ғ. с. дә былай тигән бит: “Балағыҙға ете йәш тулыуға намаҙ уҡырға ҡушығыҙ. Ә инде ун йәше тулып та намаҙ уҡымаһа, еңелсә генә һуғығыҙ hәм уларҙы (ҡыҙ менән малайҙы) йоҡларға айырым һалығыҙ.” Әгәр улы йә ҡыҙы намаҙ уҡымай киреләнә икән, ата-әсәһе уларға еңелсә генә һуғырға тейеш. Инде оло кешеләргә намаҙ ҡалдырыуҙың насарлығы үҙҙәренә аңлашырға тейеш: хатта ҡәҙерле булған балаңды бының өсөн һуҡтырырға ҡушылған бит...Сөнки был киләсәктә бала өсөн хәйерле буласаҡ, әле аңламаһа ла. 2. ”Хәҙер һуң инде” Намаҙ уҡырға үлгәс кенә һуң була. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең Китабында былай тигән: ِ “Уларҙың берәйһенә үлем килһә, әйтер: «Раббым, ҡайтар мине: бәлки мин үҙемдең ҡалдырған ғәмәлдәремде ҡылырмын, изгелек эшләрмен». Юҡ һәм тағы ла юҡ! Был — уның әйткән һүҙе, ә уларҙың артында — улар ҡәберҙән сығарылыу көнөнә тиклем ҡорма тора.” Бына инде был доньянан киткәндәр, тегендәге хәлдәрҙе күргәндән һуң, бик тә кире ҡайтып намаҙҙарын уҡырҙар ине. Ә инде юҡ! Кире ҡайтып һис булмай. 3. “Мин гонаhлы” Һәр кеше аҙмы-күпме гонаһ ҡыла. Ә намаҙ кешене гонаһ ҡылыуҙан тыя ла инде. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: “...намаҙ тороғоҙ – намаҙ фәхишәлектән (насарлыҡтарҙан) һәм ярамаған башҡа эштәрҙән тыя бит...” Шуға ла әгәр кеше “гонаһтарым күп” ти икән, гонаһ эшләүҙе кәметер өсөн уға айырыуса намаҙ уҡыр кәрәк. 4. “Мин тәмәке тартам”, “Мин иҫерткес эсемлектәр эсәм”. Тәмәке тартыу гонаһ булһа ла, намаҙ укыуға кәртә түгел. Эйе, тәмәке тартыу – гонаһ, ә намаҙҙы уҡымау тәмәке тартыу гонаhынан бик күпкә ҙур. Тәмәке тартып та намаҙлы булыуың хәйерлерәк. Кемдер: “Мин эскене ташлағас намаҙ уҡый башлармын”, – ти. Ә ташламаһаң?.. Һин башла һәм, ин шәә Аллаһ, ташларһың! Намаҙ уҡый башлағас, тартыуын да, эсеүен дә ташлаған кешеләр күп, әлхәмдүлилләһ. Аллаhҡа яҡынайырға теләгән кешегә Раббыбыҙ һис шикһеҙ Үҙенең ярҙамын бирә! Ҡайһы бер хәҙрәттәр тәмәке тартыусыларҙы насар ғәҙәттән арындырыу өсөн “тартыу тәһәрәтте боҙа” тип әйтәләр. Тәмәке тартыусыға hәр намаҙ алдынан тәһәрәт алыу ауыр тойола башлай... 5. “Минең хәтерем насар” Ысынында, хәтере насар булған кешеләр бик һирәк осрай. Ә инде кәрәккәндә генә “хәтерҙәре насарайған” кешеләр йыш осрай. Ысынлап та хәтере насар булған кеше нимә ашағанын, ҡайҙа барғанын, кемде күргәнен, ни менән шөғөлләнгәнен дә хәтерләмәй. Әгәр ҙә кеше бер нисек тә намаҙ доға-сүрәләрен иҫендә ҡалдыра алмай икән, ул намаҙҙы шул доға-сүрәләр яҙылған ҡағыҙға ҡарап булһа ла уҡыһын. 6. “Әле яулыҡ бәйләп оҙон итәк кейеп йөрөй алмайым” 1) Яулыҡ та, итәк тә – ҡатын-ҡыҙ кейемдәре. Мосолман ҡатын- ҡыҙына ошо кейемдәрҙе кейеү оят булырға тейешме ни? Тәүге мәлдә, бик ситен булһа, намаҙ выҡытында ғына булһа ла кейенеп уҡыу мөмкин. Һәр хәлдә ҡәҙерле нәмә кеше күҙенән йәшерен була. 2) Һалҡында барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа баштарын да ҡаплайҙар, оҙон булған йылы кейем дә кейәләр, һәм уларҙан бер кем көлмәй ҙә. 4) Эшселәр үҙҙәренең спецовкаларынан оялмай, кәрәккәнендә противогаздарҙан да оялмайҙар. Был да кәрәк – аңлағыҙ... 3) Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар йәй көндәрендә һыу буйында шәрә йөрөүҙәренән оялмай бит. Ә ниңәлер, яулыҡ бәйләргә оялалар. Кейенгән өсөн оялырға кәрәкмәй – кейенмәгән өсөн оялырға кәрәк!