🗣ЙОМА көнөнә Ҡөрьәндә тотош бер сүрә арналған:
🗣ЙОМА көнөнә Ҡөрьәндә тотош бер сүрә арналған: يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا إِذَا نُودِيَ لِلصَّلَاةِ مِن يَوْمِ الْجُمُعَةِ فَاسْعَوْا إِلَى ذِكْرِ اللَّهِ وَذَرُوا الْبَيْعَ ذَلِكُمْ خَيْرٌ لَّكُمْ إِن كُنتُمْ تَعْلَمُونَ «Эй, иман килтергәндәр! Йома намаҙына саҡырыуҙы ишетеү менән Аллаһты иҫкә алырға ашығығыҙ һәм һатыу эшен ҡалдырып тороғоҙ. Был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ, әгәр һеҙ белһәгеҙ ине». 📚Әл Джумға, 9 аят Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ еткерелә: «Йома көнөндә доғаларҙың ҡабул ителер бер сәғәте бар. Һис шикһеҙ, уларҙың береһен дә Аллаһ Тәғәллә яуапһыҙ ҡалдырмаҫ». 📚Бухари, Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан.