Әбү Һөрәйрә һүҙҙәренән еткерәләр (уның менән Аллаһ ҡәнәғәт булһын):
Әбү Һөрәйрә һүҙҙәренән еткерәләр (уның менән Аллаһ ҡәнәғәт булһын): Аллаһ илсеһе былай тип әйткән: ✅ «Йома көндө кеше ғөсөл алһа, ә һуңынан мәсеткә намаҙ ҡылырға иртә юлланһа, ҡорбанға дөйә килтергәнгә тиң була. ✅ икенсе сәғәтендә (һуңыраҡ) намаҙ ҡылырға юлланғаны ҡорбанға һыйыр килтергәнгә тиң. ✅ өсөнсө сәғәттә юлланған ҡорбанға тәкәне килтергәнгә тиң булыр. ✅ дүртенсе сәғәттә юлланған ҡорбанға тауыҡты килтергәнгә тиң. ✅ ә 5-се сәғәттә юлға сыҡҡан —йомортҡаны ҡорбанға килтергәнгә. ✅ имам сыҡҡас (минбәргә күтәрелеп, хөтбә уҡый башлағас),фәрештәләр Аллаһты иҫкә төшөргән һүҙҙәрҙе тыңларға киләсәктәр» 📚Әл-Бохари хәҙистәрйыйынтығынан .