Хәҙрәте Ғабдуллаһ ибне Ғамир әйтеүенсә, кем булһа ла пәйғәмбәребеҙгә саллал-лаһү ғәләйһ...
Хәҙрәте Ғабдуллаһ ибне Ғамир әйтеүенсә, кем булһа ла пәйғәмбәребеҙгә саллал-лаһү ғәләйһиссәлләмгә бер салауат әйтһә, әйтеүсе Аллаһы Тәғәләнән һәм Уның фәрештәләренән 70 салауатҡа ирешер. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһү ғәләйһиссәлләм үҙе лә: «Кем булһа ла миңә бер генә салауат әйтһә, Аллаһы Тәғәлә уға ун салауат булдырыр, ә кем 10 салауат әйтһә – Аллаһы Тәғәләнән 100 гә ирешер. Кем миңә 100 салауат әйтһә – Аллаһы Тәғәлә уға ике йөҙлөлөктән ҡотолоуҙы һәм уттан ҡотолоуҙы насип итер һәм Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә уны шәһиттәр менән бергә булдырыр», тигән.