⚡️Төштәр хаҡында
⚡️Төштәр хаҡында ✅«Изге төш – Аллаһы Тәғәләнән, ә насар төш – шайтандан, үҙенә оҡшамағанды күреүсе өс тапҡыр һул яғына төкөрһөн һәм Аллаһы Тәғәләгә шайтандан ярҙам һорап мөрәжәғәт итһен һәм шунда уға зыян итмәҫ». ✅Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең төш күреүҙәр һәм шуға бәйле әйберҙәр хаҡында шулай тип әйткән һүҙҙәре бар. Аллаһы Тәғәләнең илсеһе хәйерле төштәрҙе шатлыҡлы хәбәрҙәр тип тә атай. ✅«Ҡиәмәт көнө яҡынайыуы менән мосолмандарҙың төшө бик йыш ҡына раҫлауын табыр, сөнки мосолмандың төшө – ул пәйғәмбәрлектең ҡырҡ алтынан бер өлөшө», – тип тә белдерә. Был турала пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең әйтеүен Әбү Һөрәйрә һүҙҙәренән риүәйәт ителә.