⚡️Күрәҙәсегә барған кешенең 40 көн намаҙы ҡабул булмаҫ
⚡️Күрәҙәсегә барған кешенең 40 көн намаҙы ҡабул булмаҫ Сихыр – ул ҡурҡыныс гонаһ, һәм уны ҡылған кеше диндән сығып китә. Бының турала Әбү Хәнифә, Мәлик, Әхмәт имамдар әйткән. ✅Сихырсы ендәр менән бәйләнеш тота һәм кешеләргә теге йә был нәмәләрҙе һөйләй. Уның һөйләгәндәре дөрөҫ булып сыҡҡан хәлдә лә сихырсыға барыу тыйылған, сөнки сихырсы бер бөртөк дөрөҫлөккә мең ялған ҡушып һөйләй. Сихырсыларға барыуҙы тыйған ошо хәҙискә иғтибар итәйек: «Кем киләсәкте һөйләүсе йә күрәҙәсе кешегә барып, уларҙың һөйләгәндәренә ышана, шул Мөхәммәткә индерелгән нәмәгә ҡарата кафыр булыр!» (Әхмәт имам риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тимәк, кемдер сихырсыға барып, уның «һинең киләсәгеңдә фәлән-фәлән була» тигән кеүек һүҙҙәренә ышанып ултырһа, шул кешенең диндән сығып китеүе бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта туғандарыбыҙ араһында ла шундай кешеләр осрай. Уларға сихырсылыҡтың ни тиклем ҡурҡыныс гонаһ булыуын аңлатығыҙ, ислам динен аңлатҡан китаптар, лекциялар бирергә тырышығыҙ. Кемдер бәлки «мин сихырсыға былай ғына инеп сыҡтым, уның әйткәндәренә ышанманым», тип әйтер, ләкин пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم) бының турала ла беҙгә әйтеп ҡалдырған: «Кем күрәҙәсегә барып уға ниндәйҙер һорау бирә, шуның намаҙы ҡырҡ көн буйы ҡабул ителмәҫ!» (Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).