Зәкәттең фарыз шарттары
Зәкәттең фарыз шарттары - Бәлиғ, аҡыллы һәм азат, ирекле кеше, ҡол түгел - бер йыл дауамында билдәле күләмдәге мал-мөлкәткә (нисабҡа) хужа булыу - малдың хәләл булыуы - мал-мөлкәтең арта барыуы, артмаған малда зәкәт бирелмәй - мосолман булыуы, кәферҙән зәкәт үәжиб түгел ✔️ Ҡырҡ баш һарыҡ һәм кәзәнән бер башы зәкәткә бирелер. Әгәр ҙә ҡырҡтан, артыҡ булғанда, һәр 100 баштан бер башы бирелер. ✔️ 30 һыйыр өсөн бер йәшлек бер быҙау бирелә. 40 һыйыр өсөн ике йәшлек бер башмаҡ бирелер. Унан артҡандарының һәр береһе өсөн бер йәшлек быҙау хаҡының 30- дан бер өлөшө бирелер. Мәҫәлән, бер быҙауҙың хаҡы 6000-һум булһа, нисбәттән артҡан һәр һыйыр, өсөн 1200 һум зәкәт бирелер. ✔️ Егерме дүрт башҡа тулғансы һәр биш дөйә өсөн бер һарыҡ бирелер. Әгәр 25-кә тулһа, һәр 25 дөйә өсөн бер дөйә балаһы бирелер. ✔️Аттарҙың һәр береһе өсөн хаҡының ҡырҡтан бер өлөшө бирелер. Зәкәт өсөн тейешле булған мал урынына уларҙың хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. Йыл башыңда нисбәт ҡәҙәре малға хужа булып, йыл аҙағында улар үрсеп китһә, ул кешегә малының йәмгеһенән зәкәт биреү фарыз, сөнки үрсегән мал өсөн йыл тулмаһа ла зәкәттәрен сығарыу тейешле.