Ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү ҙә саҙаҡа һаналамы?
Ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү ҙә саҙаҡа һаналамы? Ир кешенең ғаиләһе өсөн ризыҡ, кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡ алыуы, әгәр ул быны әжер-сауап өмөт итеп, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарһа, саҙаҡа кеүек сауаплы ғәмәл булып тора. Саҙаҡа биргәндә махсус доға уҡыламы? Саҙаҡа өсөн махсус доға хәҙистәрҙә күрһәтелмәгән. Әммә беҙҙең ерлектә саҙаҡа биреүсенең һаулығын, именлеген, иманын һәм малына бәрәкәт теләп доға ҡылыу ғәҙәткә ингән. Әгәр махсус доғаны белмәһәң, үҙ телеңдә ихлас күңелдән яҡшы теләктәр әйтеү ҙә мөмкин. 🌿 Саҙаҡа – малды кәметмәй, ә изгелеккә, бәрәкәткә һәм әжер-сауапҡа юл аса торған сауаплы ғәмәл.