Хәйер-саҙаҡаның файҙаһы
Хәйер-саҙаҡаның файҙаһы Саҙаҡа кешене Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта торған ғибәҙәттәрҙең береһе. Изгелек өсөн әжер-сауап бирелә. Ҡөрьәндә саҙаҡа биреүҙең сауаптары күп тапҡырға арттырылыу мөмкинлеге хаҡында әйтелә. Саҙаҡа гонаһтарҙың ғәфү ителеүенә, малға бәрәкәт килеүенә сәбәп була. Фәрештәләр ҙә саҙаҡа биреүсе өсөн хәйер-бәрәкәт теләп доға ҡыла. Саҙаҡа биреүҙең ниндәй шарттары бар? Саҙаҡа хәләл малдан бирелергә һәм Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ихлас күңелдән башҡарылырға тейеш. Кешенең үҙен һәм ғаиләһен тәьмин итеү мөмкинлеге булмаһа йәки бурысы күп булһа, уға саҙаҡа биреү мотлаҡ түгел. Шулай уҡ биргән саҙаҡаңды кешенең иҫенә төшөрөп, уны битәрләү дөрөҫ түгел. Изгелек башҡаларға күрһәтеү өсөн түгел, ә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн эшләнергә тейеш.