Кешенең ҡайғыһына һөйөнмәгеҙ
Кешенең ҡайғыһына һөйөнмәгеҙ Пәйғәмбәребеҙ: «Берәүгә әфәт, бәлә-ҡаза килгән икән, шундай-шундай эштәре өсөн булды был, тип тә юрамағыҙ, ахырын белмәйһегеҙ», — тип киҫәткән. Әгәр кеше кемгә лә булһа килгән бәлә-ҡазаға һөйөнә икән, ул ҡазаны үҙенә лә саҡыра, тигән һүҙ. «Ахырын белмәйһегеҙ», — тигәне, «Ахырында үҙегеҙҙә шулай ҡазаланырһығыҙ», — тип аңларға кәрәк. Был хәҙистә әйтелгәндәрҙең үтәлешен эргә-тирәләге кеше тормоштарынан күрәбеҙ: кемдер урамда аунап ятҡан иҫерек кешенән көлә икән, үҙен шул хәлгә төшөп үлеп киткәнен күрәбеҙ, кемдер кемдәндер кәмселек табып (миҫалға: инвалидтан) уның йөрөштәрен ҡыландырһа, аҙаҡ үҙең шул хәлгә ҡалғанын ишетәбеҙ… Килгән бәлә-ҡазаларға күп ваҡыт үҙебеҙ сәбәпсе булабыҙ, әммә, ҡыҙғаныс ни, сабыр итеп, сауап алаһы урынға, зарланып, ғәйеплене эҙләп, үҙ башыбыҙға тағын да ҙурыраҡ хәсрәттәр саҡырабыҙ. Шуға күрә бәхетле булыу өсөн дөрөҫ йәшәргә кәрәк. Дөрөҫ йәшәү рәүеше ул бәндәнең Аллаһы менән араһын ышаныслы тотоуҙа. Шатлыҡ килгәндә лә, ҡайғы-хәсрәт килгәндә лә, ниндәй генә хәләттә булғанда ла уҡый торған доғаны барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ул доғаны хатта намаҙ уҡымаған кешеләр ҙә белә. Был доға — бөтә доғаларҙың да батшаһы: Раббәнәә әәтинәә фи-д-дүнйәә хәсәнәтәү үә фил-әәхыйрати хәсәнәтәү үә ҡыинәә ғәҙәәбәннәәр. Мәғәнәһе: «эй, тәрбиә ҡылыусы Аллаһ, әй, Раббым, был донъяла һәм ахирәттә беҙгә изгелектәр, яҡшылыҡтар, хәйерле, яҡшы тормош насип итһәң ине».