Бәлә-ҡаза, йәбер-золом кешене һынау һәм һабаҡ өсөн бирелә
Бәлә-ҡаза, йәбер-золом кешене һынау һәм һабаҡ өсөн бирелә Тормошта булып ҡына торған золомдо Аллаһ хупламай, хупламаһа ла бәлә-ҡазаларҙы туҡтатып та тормай. Кешегә улар һынау һәм һабаҡ өсөн бирелә. Сөнки үҙенең уйлай белмәүе, уйларға ла теләмәүе сәбәпле кеше үҙенә лә, кешеләргә лә зыян килтереп кенә тора. ” Үҙенә үҙе игелек теләп кенә торған кеүек кеше бит ул үҙенә үҙе яманлыҡ та теләп ҡуя. һәр ваҡыт ул ашығып барыусан”, — ти Ҡөрьән. «Әл-Исра”,»Төндәге күсереү” сүрәһе, 11-се аят. ”Әгәр ҙә Аллаһ үҙ ҡолдары ашыға-ашыға игелек көткән кеүек итеп уларға яза биреүҙе лә ашыҡтырыр булһа, ғүмерҙәре үтер-үтмәҫ уларҙың әжәлдәре лә етеп кенә торор ине”. "Юныс” сүрәһе, 11-се аят. Кешеләрҙе алдап, хыянатҡа барғанда: ”Быны эшләүгә ҡарағанда үлемем яҡшыраҡ йәки ялған һөйләр булһам, күҙем сыҡһын!”, — тигәндәр осрап ҡына торһа ла, үҙ рәхмәте менән Аллаһ яманлыҡҡа юл ҡуймай. Сөнки ”Аллаһтың үҙ теләгенән башҡа әҙәм башына бер ниндәй насарлыҡ килмәҫ. Ул — беҙҙең яҡлаусы. Шуға күрә һәр эштә Аллаһтың үҙенә һәр эштә Аллаһтың үҙенә генә тәүәккәлләгеҙ». "Тәүбә” сүрәһе, 51 -се аят.