Тәҡдир
Тәҡдир ✔️Һәр нәмә — Аллаһтан. Уның ихтыярынан башҡа саң да күтәрелмәҫ. Ағастарҙа япраҡ, серәкәйҙә ҡанат та һелкенмәҫ. ✔️Үткәндәр, үтеп барғандар, алда торғандар тураһында ғилем Аллаһ ихтыярында, Ул уны белә. Сөнки тәҡдир итеп бөтәһен дэ Ул үҙе яҙып ҡуйған. Күҙе күрмәҫ кеше төҫтәрҙе лә айыра алмаған һымаҡ, кеше аҡылы яҙмыш серҙәрен дә аңлай алмаҫ. Һәр нәмәне Беҙ үҙенең тәҡдире менән яралттыҡ”, — ти Аллаһ. ”Әл-Ҡәмәр”,” Ай” сүрәһе, 49-сы аят. ✔️ Үҙенең яҙмышы менән бәндә зарлана алмай, сөнки тәҡдирҙә яҙылғандар беҙҙең ихтыярыбыҙҙа түгел. Яҙмыштың беҙ яҡшыһын табыу өмөтө менән тырышлыҡ ҡына һала алабыҙ. ✔️ Әммә маңлайына яҙылғаны алдан уҡ беленеп тормауы — бәндәгә бирелгән бөйөк бер игелек. Һәр кем үҙе менән алда нимә буласағын. Нимә күрәсәген белеп торһа, уның тормошо ла түҙеп тора алмаҫ дәрәжәлә аяныслы булыр ине. ✔️ Һәр кемдең үҙ яҙмышын Аллаһ үҙенән йәшереп тота, кешенең алдағы көндәргә булған өмөтөн юйып ташламай.