Һәр көнгә ризыҡтан өлөшөбөҙ яҙылған
Һәр көнгә ризыҡтан өлөшөбөҙ яҙылған Һәр бер эш был донъяла Аллаһ Тәғәләнең тәҡдире менән эшләнә. Шуға ла иртәнге көнгә миңә, йәки балаларыма ризыҡ юҡ тип ҡайғырырға ярамай. Һәр көнгә ризыҡтан өлөшөбеҙ яҙылған. Әгәр берәй кем иртәнге көнгә ризығым юҡ тип ҡайғырһа, ул Аллаһ Тәғәләгә ышанмаусы! Һеҙҙең кем генә булыуығыҙға ҡарамаҫтан (милләт, раса, дин, мөьмин йә атеист...) Аллаһ Мәрхәмәтле үә Рәхимле булыуы арҡаһында һәр берегеҙгә үҙ өлөшөгөҙҙе биргән һәм бирә, тик шөкөр ҡылығыҙ.