Ололарҙы хөрмәтләү
Ололарҙы хөрмәтләү Ололарҙы хөрмәтләү — Ислам динендә бик әһәмиәтле төшөнсә, был ғәмәл имандың һәм Аллаһ Тәғәләне ололауҙың бер күрһәткесе булып тора. 📌Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ оло йәштәгеләргә абруйлы мөнәсәбәт һәм рәхимлелек күрһәтеү тураһында байтаҡ хәҙистәр әйтеп ҡалдырған: 📚«Ололарға хөрмәт, кеселәргә шәфҡәт (рәхимлек) күрһәтмәгәндәр – беҙҙән булмаҫ» Бохари 📚 «Бәрәкәт өлкәндәрегеҙ менән булыр» Ибн Хибат 📚«Аллаһты маҡтауҙарҙың береһе булып сәстәренә сал кергән мосолманға ихтирамлыҡ тора» Әбү Дауыт. Әбү Муса әл-Әшғәри һөйләүенсә, Аллаһтың рәсүле ﷺ әйтте: "Мосолман ҡартын, Ҡөръән белгесен һәм ғәҙел етәксене хөрмәтләү Аллаһты бөйөкләү булып һаналалыр» 📚Әбү Дауыт, Бәйһаҡи 📌Ислам динебеҙ ололарыбыҙҙы хөрмәтләүгә һәм ҡайғыртыуға өндәй. Имен тормошобоҙ һәм аяҙ күгебеҙ өсөн рәхмәт йөҙөнән беҙ уларҙы ҡәҙерләргә тейешле. 🤲Бигерәк тә ата-әсәләрҙе. Беҙ улар алдында түләп бөтөрмәҫлек бурыслы һәм уларҙың доғаларында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙҙең итәғәтле балалары булырға һәм уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡтар ғына күрергә насип итһен.