Ололарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек
Ололарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм ололарға ҡарата изге ғәмәлдәрҙә беренселәрҙән булды һәм беҙҙең мосолмандарға ололарҙы хөрмәт итергә һәм үҙеңде уларҙан өҫтөн ҡуймаҫҡа ҡушты. Ни ҡыҙғаныс, кешелә бәләкәй саҡта үк һалынған тәрбиә, рухи байлыҡ булмау сәбәпле, йәштәр, ололарға тейешенсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтмәйҙәр. Бындай күренештәрҙе ҡәҙимге көн барышында ла күрәбеҙ. Миҫалға: Сәләм биреү, күрешеү юҡ тиерлек, ә ҡайһы бер йәш-елкенсәк ололар менән үҙҙәренең тиңдәш иптәштәре менән һөйләшкән кеүек һөйләшәләр. Беҙ быны өйҙә лә, урамда ла һәм йәмәғәт транспортында ла күрәбеҙ. Хатта автобустарҙа йәштәр, ололарҙы күрһәләр, йоҡлаған булып күрмәмешкә һалына, йәки юл ситендә ҡул күтәреп тороусы ҡарт кеше өсөн машинаһын туҡтатмай… Әгәрҙә йәш быуын үҙенән өлкәндәргә ҡәҙер күрһәтһә, олоғайғас уның үҙенә лә шундай уҡ хөрмәт күрһәтәсәктәр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙисенән: مَا أَكْرَمَ شَابٌّ شَيْخًا لِسِنِّهِ إِلَّا قَيَّضَ اللَّهُ لَهُ مَنْ يُكْرِمُهُ عِنْدَ سِنِّهِ «Әгәр ҙә бер йәш егет оло йәштәге ҡартты хөрмәтләһә, Аллаһ Тәғәлә ул йәш егеттең ҡартлыҡ көнөндә уны хөрмәтләүсе кешене билдәләйәсәк» (Тирмизи). Шулай уҡ, әгәр ҙә йәш кеше йәшлек ваҡыттарында ололарға хөрмәт күрһәтмәһә, ҡартайғас йәш быуын уға шундай уҡ мөнәсәбәттә буласаҡ. Беҙҙең беребеҙ ҙә мәңге йәш булмаясаҡ, беҙгә лә был көндәр киләсәк һәм ололарға күрһәткән һалҡынлыҡ үҙебеҙгә кире ҡайтасаҡ.