Зина ҡылыу тураһында Ҡөрьән аяттарында нимә тиелә?
Зина ҡылыу тураһында Ҡөрьән аяттарында нимә тиелә? Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә башҡа аяттарында ла әйтә: وَالَّذِينَ هُمْ لِفُرُوجِهِمْ حَافِظُونَ «Үә-лләҙиинә һүм лифүрууджиһим хәәфиҙуун». «Үә улар (йәғни хаҡ мөьминдәр) ғәүрәт ағзаларын күрһәтмәҫтәр һәм зинанан һаҡланырҙар». «Әл-Мөьминун / Мөьминдәр», 23:5. Йәғни бөтә боҙоҡ фәхеш ғәмәлдәрҙән, уйҙарҙан мөьминдәр йыраҡтыр. Икенсе бер аятта: وَلاَ تَقْرَبُواْ الْفَوَاحِشَ مَا ظَهَرَ مِنْهَا وَمَا بَطَنَ «...үә ләә тәҡрабүл-фәүәә хишә мәә ҙаһара минһәә үә мәә бәтанә... » «...зина ҡылыу кеүек фәхеш эштәрҙең асыҡ эшләнә торғандарына ла, йәшерен эшләнә торғандарына ла яҡын бармағыҙ...» «Әнғәм / Мал-тыуар», 6:151. Йәғни оло һәм кесе зинанан йыраҡ булыу (үбеү, тотоноу, ҡарау кеүек зиналарға яҡын килмәү.) قُل لِّلْمُؤْمِنِينَ يَغُضُّوا مِنْ أَبْصَارِهِمْ وَيَحْفَظُوا فُرُوجَهُمْ ذَلِكَ أَزْكَى لَهُمْ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا يَصْنَعُونَ «Ҡуль лилмүьминиинә йәғуддуу мин әбсаариһим үә йәхфәҙуу фүрууджәһүм ҙәәликә әзкәә ләһүм иннә-ллааһа хабиирум- бимәә йаснәғүүн». Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Ҡулдар, аяҡтар, үә күҙҙәр зина итә алалыр». Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай тип әйтә: «Әйт мөъминдәргә, ҡарарға ярамай торған нәмәләрҙән күҙҙәрен йомһондар һәм күрһәтергә ярамай торған ағзаларын күрһәтмәһендәр үә ике аяҡ араһын зинанан һаҡлаһындар, был әйткәнде эшләү уларға паклыҡтыр. Ысынында, Аллаһ уларҙың тыйылған эштәренән хәбәрҙер». «Нур», 24:30. Әлбиттә, ысынында, Аллаһ Тәғәлә ирҙәрҙе лә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла хәрәм әйберҙәргә ҡарауҙан тыйҙы һәм ғәүрәтебеҙҙе лә зинанан һаҡларға ҡушты үә Аллаһ Тәғәлә бик күп кенә аяттарҙа зинаның ниндәй оло гонаһ үә харам икәнен хикәйәт итә: وَالَّذِينَ لَا يَدْعُونَ مَعَ اللَّهِ إِلَهًا آخَرَ وَلَا يَقْتُلُونَ النَّفْسَ الَّتِي حَرَّمَ اللَّهُ إِلَّا بِالْحَقِّ وَلَا يَزْنُونَ وَمَن يَفْعَلْ ذَلِكَ يَلْقَ أَثَامًا «Үә-лләҙиинә ләә йәдғүүнә мәға-ллааһи иләәһән әәхара үә ләә йәҡтүлүүнә-ннәфсәлләтии хәррамә-ллааһу илләә билхәҡҡи үә ләә йәзнуүнә үә мәй-йәфғәл ҙәәликә йәлҡа әҫәәмәә». «Үә зина ла ҡылмаҫтар, әйтелгән шул ярамаған эштәрҙе кемдер эшләһә, гонаһлының язаһына ирешер». «Фурҡан / Айырыусы», 25:68. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Әгәр кеше зина ҡылһа, уның иманы унан сығар һәм башы өҫтөндә күләгә һымаҡ булыр, ә ошо ғәмәлен, йәғни зинаны, тамамлағас (тыйылғас), иманы кире ҡайта». Ҡайһы бер ғалимдарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр ҙә кеше зина ваҡытында үлһә, ул иманһыҙ хөкөмөндә донъянан киткән булып һаналыр үә урыны йәһәннәмдә булыр. Оло йәштә булған зина ҡылыусыларға шәриғәттә айырым бер киҫәтеү бар: Ҡиәмәт көнөндә һорау алынғанда Аллаһ Тәғәлә улар менән һис тә һөйләшмәҫ, бер һүҙһеҙ тура йәһәннәмгә оҙатыр. Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үәссәлләм бер хәҙисендә әйтә: “Өс төрлө кеше бар, Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә улар менән һөйләшмәҫ, уларға миһырбанлыҡ ҡарашы менән ҡарамаҫ, гонаһтарынан арындырмаҫ. Улар өсөн рәнйетеүсе ғазап та бар. Былар шул кешеләр: тәкәбберләнеп йөрөгән ярлы-ябаға, йыш ялған һөйләгән түрәләр, өйләнгән һәм ҡарт зинасылар" (Муслим. 5109). Бер хәҙистә: « Ете ҡат күк һәм ете ҡат ер, ҡарт зинасыларҙы бер туҡтауһыҙ ләғнәт ҡылып торалар»- тип әйтелә.