Зина ҡылыусыларҙы (уйнаш итеүселәрҙе) ниндәй яза көтә?
Зина ҡылыусыларҙы (уйнаш итеүселәрҙе) ниндәй яза көтә? Зина ҡылыу хәрәм, ул оло гонаһтарҙың береһе һанала. Пәйғәмбәребеҙ шулай тип әйтеп ҡалдырған: « Әгәр зина өсөн бирелә торған ғазаптарҙың яманлығын минең кеүек белгән булһағыҙ, әҙ көлөп, күп илар инегеҙ» (Бухари. 107 (6/156). Әгәр донъяла тәүбәгә килеп, таш менән бәргеләнеп хөкөм ителмәһәләр, улар ахирәттә язаланырҙар. Ахирәт ғазабы ҡатыраҡ һәм оҙағыраҡ. Шәриғәтебеҙҙә ирҙә булмаған ҡатын менән өйләнмәгән ир зинала тотолһа, уларға 100 таяҡ һуҡтыралар. Әйткәнебеҙсә, шаһиттар булһа, йәки үҙҙәре таныһалар. Әгәр ҙә ғаиләле кеше зина ҡылһа, уларҙы таш менән бәреп менән үлтерәләр. Ир-атҡа ла, ҡатын-ҡыҙға ла был бер яза. Ни өсөн шундай оло яза, тийерһегеҙ. Ирең, ҡатының була тороп, ошо бысраҡҡа ҡағылғаны өсөн, йәғни үҙеңдең никахыңдан баш тартып, башҡаһына ҡыҙыҡҡан өсөн был яза. Зинанан һаҡланығыҙ, сөнки ул тамуҡҡа алып барыусы юл. Аллаһы Тәғәләнең асыуынан һаҡланығыҙ. Көндәрҙән бер көндө Муса Раббыһы Аллаһтан һораны: «Йә Раббым, зина ҡылыусыға ниндәй яза булыр?» – тип. Аллаһ Тәғәлә әйтте: « Ҡиәмәт көнөндә Беҙ зина ҡылыусыға махсус уттан яһалған күлдәк кейҙерәбеҙ, хатта ошо күлмәктән ҙур тауҙар ҙа туҙанға әйләнер ине». Йәһәннәмдә шундай кешеләр булыр: улар таҙа, тәмле иттән баш тартып, боҙолған, һаҫыҡ итте ашайҙар. Былар кемдәр тип һорағас, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Улар өйләнгән, хәләл ефеттәре була тороп, ситтән рәхәтлек эҙләп зина ҡылыусылар», тип әйткән.