Зина ҡылыу (уйнаш итеү)
Зина ҡылыу (уйнаш итеү) Бөгөнгө һүҙебеҙ зина ҡылыу, йәғни уйнаш итеү хаҡында булыр. Бының өсөн ниндәй ҡурҡыныс яза көткәнен белһәләр, моғайын,күптәр был аҙымға бармаҫтар ине. Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә әйтә: وَلاَ تَقْرَبُواْ الزِّنَى إِنَّهُ كَانَ فَاحِشَةً وَسَاء سَبِيلا «Үә ләә тәҡрабү-ззинәә иннәһү кәәнә фәәхишә-тәү-үә сәә'ә сәбииләә». «Зинаға яҡын да бармағыҙ, уның сәбәптәренән дә алыҫ булығыҙ, сөнки ул бысраҡ эш үә бик яман әшәке юлдыр» (17 се сүрә, 32-се аят). Шулай тип зина хәрәм ҡылынлы һәм мөьминдәргә ошо гонаһтан йыраҡ булырға ҡушылды. ✔️Сит-ят ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың яҡындан аралашып, һөйләшеп йөрөүе лә зинаға яҡынайыу була. Зина ҡылыу бик оло гонаһ булғанға күрә, зина эшләгән кеше ахирәт донъяһында бик күп ғазаптарға дусар булыуы мөмкин, зинанан йырағайып торған кеше иһә бик күп сауаптарға эйә булыр, теге донъяла тамуҡ ғазабынан ҡотолор. ✔️Ислам дине буйынса ир менән ҡатын араһында енси мөнәсәбәт фәҡәт никах уҡылғандан һуң ғына рөхсәт ителә. Динебеҙ ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың никахһыҙ мөнәсәбәттәрен ҡәтғи рәүештә тыя. Бөгөн күп кенә егеттәр һәм ҡыҙҙар бер-береһен оҡшатып, яратып, никахһыҙ яҡын мөнәсәбәттәргә керәләр, зина ҡылалар. Бындай мөнәсәбәттәр, әлбиттә, хәйерлегә килтермәй. Өйләнешмәйенсә, никахһыҙ ир-ҡатын яҡынлығыла зина ҡылыу тип иҫәпләнә.