Иң аҡыллы кеше - асыуын йота белгән кеше
Иң аҡыллы кеше - асыуын йота белгән кеше Иң аҡыллы кеше – асыуын йота белгән кеше, сөнки, нисек кенә асыу – зиһенде томалай. Халҡыбыҙҙа асыуҙы еңеү тураһында бик күп мәҡәлдәр бар: «Асыу – ағыу, йотһаң – бал»; «Асыуыңды артҡа ҡуй, аҡылыңды алға ҡуй»; «Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит». Эсендә асыу ҡайнаған кешегә тыйылыу ҡыйын, шуға күрә асыуын ауыҙлыҡлай алған иманлылар тураһында Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм былай тигән: «Хаҡ еңеүсе дошманын алышта еңеүсе түгел, ә асыуын еңеүсе» (Бохари, Әҙәп, 6114). Әбү Һөнәргә( раҙыйаллаһу ғәнһү) тапшырыуынса, бер әҙәм Аллаһ Илсеһенә саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм шулай тип мөрәжәғәт итә: – Йәә Рәсүлуллаһ, миңә нәсихәт бир, – һәм Рәсүлуллаһ уға әйтә: – Асыуланма! – һәм быны бер нисә тапҡыр ҡабатлай (Бохари, Әҙәп, 6116; Тирмизи, Бирр, 2020). Шуны ла әйтеп китеү кәрәк: асыуын нәфесенән һәм шайтандан килә икән – был лайыҡлы сифат түгел; әгәр Аллаһ юлында ғәҙеллекте, хаҡты яҡлап асыулананың икән – был изге ғәмәл. Аллаһ ризалығы өсөн асыуыңды еңеү ни тиклем мөһим булһа, кәрәк саҡта Аллаһ өсөн асыуланыу ҙа мөһим.