Асыу
Асыу Бөгөн һүҙебеҙ асыу хаҡында булыр. Уның нимә икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Кешене асыу ялмап алһа, аҡылы уны ташлап китә. Иң күп енәйәттәр һәм гонаһ-ғәҙелһеҙлектәр ҙә асыулы саҡта ҡылына. Уның ғәмәл китабының асыу бүлеге – бәләләр һәм бәхетһеҙлектәр тарихы. Ысынлап та, асыу – әҙәм балаһының иң йомшаҡ яғы, ул шайтандың эшен бик ныҡ еңеләйтә. Асыуын алға ҡуйған кеше менән шайтан туп менән уйнаған бала шикелле уйнай.
432 просмотров