Ғәләмәт донъя!
Канал в MAX
Донъяла хәтәр ғәләмәт нәмәләр, мөғжизәләр күп. Ә береһе - һин! Шуға ла һин ошо каналда 🤭 💗 Аноним хаттар яҙыу өсөн һылтанма: https://max.ru/u/f9LHodD0cOKAkN15jNEzMXxRe5QkWwQGu-iJpD1s7plScqmO-0z6wET5vMY
Загружаем канал…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Канал в MAX
Донъяла хәтәр ғәләмәт нәмәләр, мөғжизәләр күп. Ә береһе - һин! Шуға ла һин ошо каналда 🤭 💗 Аноним хаттар яҙыу өсөн һылтанма: https://max.ru/u/f9LHodD0cOKAkN15jNEzMXxRe5QkWwQGu-iJpD1s7plScqmO-0z6wET5vMY
Сәләм( АНОНИМ ) Бала саҡта( 4-6 кластар тирәһе булғандыр) ҡараңғыға тиклем шар һуға торғайныҡ.Бер көндө шулай ҡараңғы төшкәнсе уйнап,ҡайтырға сыҡтым. Кул- аяҡтар ,ыштан да туңған ,ҡалтырап ҡайтып барам.Ойгэ етергә бер- ике өй калгайны, күршеләрҙең юл ситендә ултырған бесэне( кәбәндәр) яна.Ялкыны минең битемде йылыта башланы.Беренсе уйым, янған кәбән янына кереп йылыныу. Кәртә буйына еткәс, әллә ыштан туңған булғанға кәртә аша, тошэлмэнем,әллә н ниндәйҙер көс унда ебәрмәне. Үҙем нисектер өйгә ҡайтып керҙем дә: күршеләрҙең бесәне яна ,тинем.Ойзэгелэр бөтәһе лә соланға сығып ҡарағайнылар, янған бер нимә лә күрмәгәндәр. Әгәр ҙә, шунда кереп йылынһаң,ауырыу эләгер ине, тип ҡурҡыттылар. Аҙаҡ, Павел Корчагин тураһында кинола ул тоже ныҡ итеп өшөп ,күҙенә йылы күренә башланы. Ышанагызмы юҡ…
Читать целикомРеаниматолог Петерис Клява: “...Кеше тормошонда һис ҡасан онотолмаҫлыҡ, ләкин башҡалар менән бүлешеүе уңайһыҙ тойолған осраҡтар була. Ундай хәлдәр менән ғәҙәттә табиптар, летчиктар һәм космонавтар осраша: "Башҡа һыймаҫлыҡ нәмәне күрҙем, әммә был турала бер кемгә лә әйтмәйем, сөнки йә аҡылдан яҙған, йә наркоман тиеүҙәре, эштән ебәреүҙәре лә мөмкин". Күп йылдар элек, мин яңы ғына реаниматолог булып эшләй башлаған осорҙа, газ баллоны шартлап, әсә кеше һәләк була, тәненең 90 проценты янған улын реанимацияға алып килделәр. Коридор буйлап палатаһына табан китеп барғанда, иҙәнгә тиклем оҙонлоҡтағы мул аҡ кейем кейгән оҙон сәсле йәш ҡатын шунда инеп китте. Мин: "Бәй, берәй яңы шәфҡәт туташы бөгөн дежурҙамы икән?” – тип ғәжәпләнеп, артынан палатаға индем. Ә палатала пациенттан башҡа бер кем дә юҡ! …
Читать целикомАнон. Йәш саҡта дуҫым, ике таныш ҡыҙ менән дүртәүләп төндә минең машинала Баймаҡ ҡалаһы буйлап йөрөнөк-йөрөнөк тә, ҡыҙҙар, әйҙә Граф күле буйына, шунда тәбиғәт ҡосағында исмаһам ултырайыҡ, ҡалала уже күңелһеҙ тиҙәр. Сығып киттек шул яҡҡа. Музыка уйнай салонда , тәҙрә асыҡ, шаяра-көлә ашыҡмай ғына килә ятабыҙ. Граф күленә етер саҡта ҡайһы юлдан барайыҡ, ҡайҙа ултырабыҙ, тип перекрестокта туҡтаныҡ. Унда бер кем дә юҡ ине. Әммә туктауыбыҙ булды, ҡапыл ныҡ һыуыҡ ел бәрелде салонға һәм кемдер сәйер тауышлы минең тәҙрә яғынан, Баймаҡҡа барагызмы, тип һорамаһынмы! Минең ҡолаҡ төбөндә генә! Кешеһе бөтөнләй күренмәй! Просто тауыш ҡына!Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер юлы ғына шарр итеп ҡалдыҡ! Ҡот осто! Әлдә машинаны һүндермәгәнмен, сразы газға баҫтым! Тәҙрәне нисек япҡанды ла иҫләмәйем. Тәбиғәт ҡайғыһы ла, ҡыҙҙ…
Читать целикомФото
Анон. Әбйәлил районының Туйыш ауылында ғәләмәт хәл булыуы хаҡында бер нисә йыл әүәл һөйләгәйнеләр. Бер мәрйә инәй спиритизм менән булышып, кемдеңдер духын саҡырып шунан аҙаҡ ҡотола алмай ыҙалаған тип. Шуны яҙығыҙ әле кем белә, ысын булған хэлме ул 🙏
Ғәләмәт донъя! Ҡытайҙан Руан Ляньмин үҙенең яланғас тәненә 63 килограмм ауырлыҡтағы 637 мең бал ҡортон урынлаштырған. Рекорд 2014 йылда Ҡытайҙа ҡуйылған. Был батырлыҡтың шаһиттарын айырыуса бер деталь хайран ҡалдыра: меңләгән ҡанатлы бөжәктәрҙең береһе лә ирҙе саҡмаған! Ысын мөғжизә бит! Һин бында баҡсаға сығып ураған арала һағыҙаҡтан сағылаһың 🤭
Анон. Һорауға яуап - йөрөйөм, ниңә йөрөмәҫкә?! Яйына ҡуймайым. Бөтә контролдә тотам. Ирһеҙ ултырырға йыйынмайым. Гулять иткән ир гулять итә инде уыл тиһәләр ҙә, ләкин барыбер ғаилә уларға ла ҡәҙерле тип уйлайым, ҡасан да кәре бөтәсәк, тем более. ☝️
Анон. Ниндәй сабыр итеү тураһында һөйләйһегеҙ! Ирҙе анһат ҡына бирергә ярамай ☝️ һәр хәлдә мин шулай тип уйлайым. Һыуынған хәлдә лә. Ул бит ғаиләгә тейешле аҡсаны тратить итә любовницахына!! Иремдең һулаҡайга тартылғанын шунда уҡ тойҙом, следить иттем. Әхирәтемә һөйләнем. Һәм яңы йыл алдынан әхирәтем менән йөҙ грамм хуктык та киттек разборкага 🤭🫣 һуғышманык һуғышыуға но ныҡ итеп ҡурҡыттыҡ. Ҡатындың подросток ҡыҙы, улы бар, иремде ташламаһаң бөтә уларға һөйләйем тинем. Шул бер барыу етте. Ирҙең настроениеһы төшөп йөрөнө лә аҙаҡ тынысланды 🤭 Эт булһам да ғаиләмде һаҡланым. Алла бойорһа ҡыҙҙарымды кейәүгә биргәндә түш киреп ирем менән ҡушарлап йөрөйәсәкмен☝️
Анон. Ирҙең хыянаты үҙәккә үткән... Иремдең ҡулы аҫтында эшләгән йәш ҡатын менән иремде бүлешергә мәжбүрмен... Ирем менән икебеҙ ҙә публичный кешеләр, өйҙәге хәлде тышҡа сығарып булмай. Иң ҡыйыны - кемдәрҙер белә иремдең йөрөүен, беҙҙе һөйләйҙәрҙер ҙә, ә миңә йылмайып-көлөп йөрөргә тура килә. Һынатмаҫҡа нисек тә тырышыла. Бергә фото төшәбеҙ, йәнәһе лә беҙ бәхетле, уңышлы ғаилә, ә ысынында иһә ул һөйәркәһенә сығып киткән һайын илайым. Ирешеп тә, һөйләшеп тә, илап та ҡараным, бөтә бушҡа... Айырылышһам, барыһының да телендә буласаҡбыҙ. Ул һөйәркәһен алыр ҙа, йәшәп китер, уны аҡлар халыҡ, миндә ғәйеп эҙләйәсәктәр. Сабыр итәбеҙ инде, тим, алда яҙған ҡатынға.
Анон. Хэйерле кон! Мин аптырап хеззен менэн булешэм… Улым хун ойлэнде, хайлап хайлап йороп, узенэн байтакка кесе кыззы яратып кэлэш итеп алды ике йыл элек, козагый янгыз катын, минэн йэшерэк . Иремэ гашик булды , козалык вакытында ук битараф калмаганы беленде😰 Уларзын кызыу аралашканын белдем янырак. Осрашып йоройзэр 😰 Иремден телефонын карагас белдем😰 Уф нинэ караным 😰 Киленем хэйбэт, улым менэн хэйбэт йэшэйзэр. Мин скандалист тугел, козагыйга, иргэ нимэ нисек итеп эйтергэ белмэйем. Иремде бирге лэ килмэй, хистэр хыуынып ботхэ лэ . Инде утыз алты бергэ гумер итэбез , ниндэй ауыр вакыттарзы бергэ уткэрзек. Ул эсергэ яратты, хугышты, эшхез зэ ятты ташламаным . Минэ ул сакта эштэ башка ирзэр кылды тартты караманым бер кемгэ лэ, семья тип йэшэнем . Козагый бер тапкыр официально кейэузэ бу…
Читать целикомАнон. Һаумыһығыҙ! Өләсәйем тураһында һөйләгем килде. Ул беҙгә бәләкәй саҡтан, өйҙә әллә нисә кешенең өлөшө ята, ти торғайны. Ҡайҙа ул өлөш, исеме яҙылып ҡуйылғанмы, тип аптырайбыҙ. Юҡ, бына һиңә күршең сәй эсергә инә икән, ашаған ризығы - уның өлөшө була, тип аңлата. Ул төпкөл ауылда йәшәне, техника юҡ, атайым ат егеп барып ала торғайны. Өләсәй килә тип ныҡ ҡыуанабыҙ! Тотош байрам инде! Ул беҙҙең ҡайтыуға ҡоймаҡтар ҡойоп, пирожкиҙар бешереп ҡуя, ойоҡтар бәйләп килтерә. матур итеп күлдәктәр текте. Үҙе матур кейенде. Оҙон сәстәренең осонда тәңкәләре сыңланы... Ҡалай күңелле ине өләсәй булғанда... Йоҡларға ятһаҡ, өләсәй, берәй нәмә һөйлә, тип һорайбыҙ, ул "Саҡ менән Суҡ" кеүек хикәйәттәрҙе һөйләй. Ҡайтарғы килмәй торғайны уны. Аяҡ кейемдәрен йәшереп ҡуя торғайныҡ. Бер ваҡытта ла ризыҡ йәлләмә…
Читать целиком