Бик ҡурҡыныс ҡурсаҡ! — 17 июня 2026 г. в 11:03:23.164
Ғәләмәт донъя! Бик ҡурҡыныс ҡурсаҡ! Ки-Уэст ҡалаһының музейында быяла артында ҡулына уйынсыҡ арыҫлан тотҡан матрос костюмында ҡурсаҡ ултыра. Уның тарихы 1904 йылда башлана: Роберт Оттоның олатаһы Германиянан ейәненә ошо ҡурсаҡты алып килә, һәм малай уға тере йән эйәһенә кеүек ҡарай башлай. Ваҡыт үтеү менән йортта сәйер ваҡиғалар башлана: мебель күсә, әйберҙәр юғала, ҡурсаҡ йөҙөн үҙгәртә. Роберт үҫә, әммә ғүмеренең аҙағына тиклем уның менән айырылмай. Аҙаҡ, бабай мәрхүм булғас, уны музейға бирәләр. Музейға килеүселәргә ҡурсаҡты фотоға йәки видеоға төшөрөү алдынан унан рөхсәт һорарға кәңәш итәләр. Был ҡағиҙәне һанға һуҡмағандар техниканың боҙолоуы һәм уңышһыҙлыҡтар һыҙаты башланыуы тураһында хәбәр итә. Шундай бына ҡурҡыныс уйынсыҡтар ҙа була икән ☝️