Табиптарҙан икенсе тарих: Балалар тауыштары һәм... ҡарт — 10 июня 2026 г. в 12:35:45.886
Табиптарҙан икенсе тарих: Балалар тауыштары һәм... ҡарт “Әсәйем пенсияға сыҡҡанға тиклем реанимацияла эшләй. Төрлө ҡот осҡос тарихтар һөйләне ул. Бер ваҡыт ул төнгө дежурҙа була. Үҙенең ординатор бүлмәһендә журнал тултырып ултырған. Тыныс төн, коридорҙарҙа һүрән генә яҡтылыҡ. Һәм ҡапыл коридорҙа балаларҙың көлөү тауыштары яңғырай! Әйтерһең дә, бер нисә бала бүлексә буйлап баҫтырышмаҡ уйнап шаяра-көлә! Әсәйем, кемдәр тыныслыҡты боҙҙо икән, тип аптырап коридорға сығып ҡараһа - унда бер кем дә юҡ! Ни уйларға ла белмәй, кире урынына барып ултыра. Яҡынса ярты сәғәттән һуң тағы шул уҡ хәл ҡабатлана. Балаларҙың тыптырлап йүгереү тауыштары, ишек төбөндә генә хихылдап көлөүҙәре... Шомло тауыштар ул төндә йәнә ике тапҡыр ҡабатлана... Шул уҡ дауаханала бер палатаны персонал өсөн ял бүлмәһе итеп үҙгәрткән булғандар. Бүлексәлә электән эшләгәндәр ул бүлмәне урап үтергә тырышҡан. Әсәйем: “Ҡайһы берҙә инәһең, ә унда диванда ҡарт бабай ултыра. Ҡәҙимге бер бабай, һуҙылып бөткән майка кейгән. Бер нөктәгә ҡарап ҡатҡан килеш, шып-шым ғына ултыра, һиңә иғтибар ҙа итмәй. Күҙеңде асалаҡ-йомалаҡ иткәнсе юҡ була...” Тәжрибәле табиптар бындай хәлдәргә күнеккән, хатта иғтибар ҙа итмәгән, ә йәштәр беренсе сменанан уҡ йыш ҡына тайыу яғын ҡараған”.