Теге донъя бармы? — 10 июня 2026 г. в 09:52:12.699
Теге донъя бармы? Табиптарҙан беренсе тарих: Изоляторҙағы ҡунаҡтар Мин оҙайлы хеҙмәт стажы булған табип булараҡ шуны әйтә алам - күп йылдар реанимацияла эшләгәндәр “теге донъяның” барлығына тамсы ла шикләнмәй. Мин үҙем дә биш йыл ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә эшләнем. Нимә генә күрмәнем, әммә тап ошо осраҡ ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалды. Беҙгә бик ауыр хәлдәге ҡатынды килтерҙеләр. Ҡот осҡос авариянан һуң, машиналарынан бер ни ҡалмаған. Хирургтар бер нисә тәүлек дауамында ҡатынды бөртөкләп “йыйҙы” тиһәң дә була. Улар иҫ киткес эш башҡарҙы, әммә ҡатын комаға китте. Уны айырым боксҡа һалдылар. Унда ишектә кескәй генә күҙәтеү тәҙрәһе бар, поста дежур иткән кеше, эскә инмәйенсә, хәлен ҡарап китә ала. Һәм бына мин төндә коридор буйлап ошо бокс янынан үтеп барышлай, тәҙрә аша пациентҡа күҙ һалдым да, ҡатып ҡалдым. Палатала, карауат янында, ике кеше тора ине - ир һәм малай. Икеһе лә ябай кейемдә, халат та кеймәгәндәр, бахилалар ҙа... Мин шунда уҡ поста дежур итеүсегә ташландым: "Һеҙ кемде төн уртаһында боксҡа индерҙегеҙ?” Ул миңә алйотҡа ҡараған кеүек ҡарай: “Бер кемде лә. Кемделер индереү ҡәтғи тыйылған да, реанимация лаһа". Палатаға кире елдерҙем. Барһам – ҡатындан башҡа бер кем дә юҡ! Палатанан сығыу юлы берәү генә, ҡалай булһа ла, минең яндан үтерҙәр ине. Сменаны тапшырҙым. Ә икенсе көндө реанимацияла ҡалған шәфҡәт туташы ҡото осоп, ир менән малайҙы күреүен әйтте. “Пациентҡа ҡарап тик торҙолар”, - ти. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, авария мәлендә ҡатын машинала бер үҙе генә булмаған. Ире менән улы шунда уҡ йән биргәндәр. Ҡатын аңына килеп, һауыға башлағас, телефонын һорап алды, үҙенең ғаилә фотоһын күрһәтте. Мин төндә күргән ир менән малай ине ул фотола. Эсемдә бөтә нәмә, гүйә аҡтарылды. Иң ҡурҡынысы шунда ине – ҡатынға яҡындарының үлеме хаҡында һаман да әйтмәгәйнек...