Анон. Сәләм Серҙәштәр👋 Үҙем менән булған бер хәлде, яҙып китмәк булдым әле һеҙгә. Бер ... — 29 сентября 2026 г. в 07:17:29.429
Анон. Сәләм Серҙәштәр👋 Үҙем менән булған бер хәлде, яҙып китмәк булдым әле һеҙгә. Бер шулай йөрөгән дуҫымды күҙләргә булдым. Гел алдай был мине үҙенең алдағанына үҙе тотола аҙаҡтан. Кис төшкәнен көтөп, быны күҙләргә тип машина яллап алдым да, киттем йәшәгән ауылына кискә табан. Барып еттем, ул йәшәгән йорт эргәһендә күҙәтергә булдым, машинаһы йорт эсендә юҡ. Мине күреп ҡалмаһындар бағана уты яҡтыһында, тип күрше өй эргәһендә торам, ул йорт буш, күптән бер кем йәшәмәй. Хәҙер ҡайтһа, тотам мин уны, тип. Ултырам бер мөйөшкә боҫҡамда. бер сәғәт үтеп китте был юҡ. Сәғәт төнгө 12 етеп килә. Бер заман буш йорт эсендә тояҡ тауыштары ишетелә башланы стенаға бәрелеп китә нимәлер. Минең уй - шайтандар ҡотора бында! ыстагафирулла тәүбә тип аятел көрси доғаһын уҡый башланым. Үҙемдә ҡурҡыу сигелә юҡ. Әллә асыу килгәндән әллә шоковый состояние ултыра бирәм, доға уҡыһаң вроде тынысланып ҡалалар. Туҡтаһаң - так тоҡ тояҡтар тауышы. Ну и нашурт тип ҡайтып киттем, инде такси саҡыртып. Икенсе көнгә дуҫ килгән бит инде. Кисәге ҡайҙа булғанынан һөйләне - бер станциянан СВО дуҫын барып алған икән төндә. Мин быға кисәге хәлде һөйләнем бит инде. Был тыңлап бөттө лә ҡысҡырып тырып көлөп ебәрҙе бит инде. Нимә тим. Ул әйтә, мулла кәзәләренә доға уҡып ҡайттыңмы тей. Оказывается күршеһендә йәшәгән бер мулла ағайҙың кәзәләре шул йорт эсенә кереп китәләр төндә шунда ҡуналар икән.Дуҫ әйтә:кискә табан баҡсала йөрөп ятҡанда тәҙрәнән ике күҙ ялтырап ҡарап тороуын күреп минең дә йөрәк ярыла яҙҙы ул тей. Керәләрҙә тәҙрәнән ҡарап торалар улар тей. Бына шулай ҡыштыр ҡомалағы йөрөткән инде мине лә😝