Булыр бала биләүҙән — 13 июня 2026 г. в 18:20:48.841
Булыр бала биләүҙән Ләйлә Мөхәмәтйәнованың интернеттағы видеояҙмаһын күптәр көтөп ала. Әле 3 йәше лә тулмаған зирәк сабый матур итеп саф башҡортса һөйләшеүе менән барыһын да таң ҡалдыра. Атаһы Азамат Мөхәмәтйәнов — ил һаҡсыһы, күп ваҡыт ситтә йөрөүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙын башҡорт рухлы итеп тәрбиәләргә тырыша. Матур ғаилә. Ләйлә хаҡында «Ағиҙел»дең кесе шишмәһе — «Аҡбуҙат» журналында яҙғандар. Мөхәмәтйәновтарҙың Матбуғат йортонда ҡунаҡҡа килеүе киләһе видеояҙмала.

