Бөгөн тәүге башҡорт романының авторы Ғәйнан Хәйри тыуған көнө — 15 июня 2026 г. в 05:22:15.196
Бөгөн тәүге башҡорт романының авторы Ғәйнан Хәйри тыуған көнө 15 июндә билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына 123 йыл. Ул башҡорт әҙәбиәтендәге тәүге романдарҙың береһе «Боролош»то ижад итеүе менән тарихта ҡала. Әҫәрҙе яҙыусы һәм журналист Ғәйнан Хәйри 1925–1928 йылдарҙа ижад иткән. Роман башҡорт йәмғиәтенең ХХ быуат башындағы һәм 1920-се йылдарҙағы тормошон, киҫкен тарихи үҙгәрештәрҙе һүрәтләй.

