Бөгөн балалар яҙыусыһы, танылған шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөһрә Сәлимйән ҡ... — 20 августа 2026 г. в 09:27:17.131
Бөгөн балалар яҙыусыһы, танылған шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдинаның матур юбилейы билдәләй! Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, яңы ижади үрҙәр, алда ҡыуаныстарға мөлдөрәмә тулы көндәр көтөүен теләйбеҙ! Үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгән күренекле шағирәбеҙ Зөһрә Ҡотлогилдина журналыбыҙҙың был айҙағы һандың тышлығын биҙәй. Эстә ғалимә Луиза Кирееваның мәҡәләһе, шағирәнең йырлы яҙмышы хаҡында бик тә ҡыҙыҡлы очергы урын алған: ЙЫЛМАЙЫУ КӨЙӘНТӘҺЕ Йәнем уртаға ярылып Йөрөгән мәлдәремдә Бер актриса кәңәш бирҙе Йәшәйеш хәлдәремә: «Бигерәк бөтөп киткәнһең, Улай йәшәү ярамай: Иртән тор, йылмай көҙгөгә Бер нимәгә ҡарамай. Йылмайыу көйәнтәләрен Элеп ал да йөҙөңә Йөрө шулай, белмәһендәр Ут янғанын йәнеңдә». Йәндәрем ялҡында саҡта Нисек һуң йылмайырға? Күҙ йәшен күрһәтмәҫ өсөн Нисек һуң тыйылырға? Ҡайҙарҙан табырға һуң ул Йылмайыу көйәнтәһен? Күпме тора, ни хаҡ икән, Әйтмәҫһеңме бәйәһен? Йылмайыу көйәнтәләрен Ҡайҙан алырға тиһең? Эсең тулы хәсрәттәрҙе Ҡайҙа һалырға тиһең? Йылмайыу көйәнтәләрен Ҡайҙа һаталар икән? Ҡуш биҙрәләге шатлыҡтар Ҡайҙа яталар икән? Мин актриса түгелмен шул. Бәхет гримын һалырға. Бәләм һәм бәхетемдер ҙә Үҙем булып ҡалыуҙа. Был донъяла мин нисек бар Шулай йәшәйем инде. Тик үҙемсә ҡабул ҡылам Тормошта һәр көнөмдө. Янғанда ла, яҙғанда ла Була алмам бүтәнсә. Йылмайыу көйәнтәләрен Алып булмай үтескә. ...Үҙе булып йәшәне, тип Әйтһәләр һуңғы һүҙҙә, Йылмайыу көйәнтәләре Ятыр минең йөҙөмдә... Зөһрә Ҡотлогилдина.

