Шунда Эльвира Ринатовна бик ҡыҙыҡ тарих һөйләне. Ошо картала уның тыуған районы Учалы н... — 19 августа 2026 г. в 07:04:01.804
Шунда Эльвира Ринатовна бик ҡыҙыҡ тарих һөйләне. Ошо картала уның тыуған районы Учалы нисектер "үҙ тормошо" менән йәшәгән. Һәр саҡ ҡупҡан да төшкән, йәбештереп, йә беркетеп ҡуя, ни мөғжизәлер, бер нисә көн тора ла килә лә төшә был. Аптырап, депутат уны шкафына алып ҡуя. Бер көн уға МХО-ға китеп барышлай Илнур исемле яҡташы инә. Фатиха алырға инде. Хәйерле, имен юлдар теләп ултырғанда, депутаттың күҙе баяғы район картаһына төшә лә, уға: "Мә, үҙең менән йөрөт,"– тип, биреп ебәрә. Бер йылдан һуң яугир яраһыҙ-ниһеҙ, имен генә ҡайтып төшә. Һәм “Учалы районын” ҡайтарып бирә депутатҡа. Шулай итеп, ябай карта бетеүгә, уңышлыҡ, ҡот символына әйләнә. Хәҙер ул Эльвира Ринатовнаның өҫтәлендә ҡәҙерле тыуған ер киҫәге лә, имен-аман йөрөү бәрәкәте лә булып эш дәфтәре янында ята. Бына шундай тарих: бында ла арҙаҡлы ҡыҙыбыҙҙың ни тиклем кешелекле, ҡот биреүсе шәхес булыуы тураһында һөйләй. Фотола беҙ дүрт яҙыусы – Айгиз Баймөхәмәтов, Лариса Абдуллина, Юрий Горюхин һәм мин –депутат ҡурсауында Дәүләт Думаһында. Артҡы планда – тарихи карта.

