Мөнир ҠУНАФИН — 19 августа 2026 г. в 07:04:01.617
Мөнир ҠУНАФИН Ил Президенты, Парламент етәксеһе менән һөйләшәме, республика Башлығы йә башҡа төбәк етәкселәре менән аралашамы, ниндәй генә бейек даирәләге сәйәсмәндәр, министрҙар менән эш итәме, ул һәр саҡ үҙ фекерен асыҡ һәм аныҡ итеп белдереүсе, компетентлы һәм дә эшлекле була белә, һәм шул уҡ ваҡытта ни тиклем кешелекле һәм халыҡсан булып ҡала, сөнки һәр саҡ халыҡ араһында, һәр саҡ милләттәштәренең, ябай кешеләрҙең хәстәре менән йәшәй. Халыҡсанлығы тыумыштан, буғай. Әсәһе уҡытыусы, атаһы токарь – ул бала саҡтан халыҡтың хәстәрен, күрше-тирә, ауылдаштарының хәсрәтен күреп, белеп үҫә. Шуға ла журналист һөнәрен һайлай ҙа. Ә был һөнәр кешеләре һәр саҡ халыҡ араһында, уларҙың тормошон яҡтырта, тыуған мәсьәләләрҙе күтәрә, власҡа еткерә, сисеү юлдарын эҙләй... Ул бер ҡасан да ярһып китеп сығыш яһамай, асыуланып йә сыпыранлап фекерен яҡламай, ә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ һәм тыйнаҡлыҡ менән генә мөрәжәғәт итә һәм сабыр ғына тыңлай. Башҡаларҙың кешелек дәрәжәһен ихтирам итеү ғәҙәте, эйе, беҙҙең күбебеҙҙә бар, тик был ҡатында ул сағыуыраҡ, асығыраҡ сағылған кеүек. Шуға ламы икән уға кешеләр үҙҙәре үк ылығып та бара. Нисектер күңел һалып, йөрәген асып аралаша ул: кешеләр араһында ла, оло йыйындарҙа координатор булараҡ алып барғанда ла, Ҡоролтайҙа, Думала һүҙ алғанда ла... Был сифаты Хоҙайҙың бер бүләге, уның таланты ла: Халыҡҡа, Кешегә йөрәгеңде һалып өндәшеү, аралашыу, донъяға яратып баға белеү! Ул ил ғәмен ҡайғыртып ҡына йәшәмәй, өй йәмен, сәй тәмен дә һаҡлай белә. Иренә һөйөклө ҡатын, ҡыҙҙар үҫтерә, ейәндәр һөйә. Ҡатын-ҡыҙ бәхете был. Шағир әйтмешләй, барса ҡатын-ҡыҙҙар кеүек бер ҡулы бишек бәүелтһә, икенсе ҡулы ер шарын әйләндерә... Кем тураһында һөйләй тиһегеҙҙер. Үҙегеҙ ҙә аңланығыҙ бит инде. Эйе, күренекле сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Аиткулова Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова хаҡында. Бөгөн уның тыуған көнө. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ил, милләт хәстәре менән йәшәргә, эшләргә, янырға, балҡырға яҙһын! Ниндәй фото ҡуйырға икән тип эҙләнгәндә, иҫемә төштө, үткән йылдың аҙағында дүрт яҙыусы (Айгиз, Лариса, Юра, мин) Мәскәүҙә, Рәсәй яҙыусыларының сираттағы съезында булғанда, Эльвира Ринатовнаға шылтыраттыҡ: "Бер килгәндә Дәүләт Думаһын күреп китеп булмаҫмы, үткәрә алаһығыҙмы?" – тинек. “Әлбиттә, килегеҙ, көтәм”, – тине депутат. Онотолмаҫ осрашыу булды ул. Съездан һуң, ваҡыт бик ҡыҫҡас, туп-тура Думаға йүгерҙек. Пропус эшләгәндәр, депутаттың ярҙамсылары аҫта ишек алдында ҡаршы алды. Эскә үтһәк, гардероб эргәһендә Эльвира Ринатовна үҙе лә көтөп тора. – Түҙмәнем, аҫҡа төшөп ҡаршы алырға булдым, – тип күрешеп, һәр беребеҙҙе ҡосаҡлап сыҡты. Беҙ уны шунда уҡ ниндәйҙер рәсми вәкил итеп түгел, яҡын яҡташыбыҙ, яҡын туғаныбыҙ итеп күрҙек. Шундай ябай, шундай асыҡ үҙе. Иң яҡын туғандарын көткән кеүек һөйөнә, йылмая. Үҙенән-үҙе йәнле һөйләшеү китте. Әсәләрсә хәстәрлек менән тәүҙә: – Ашанығыҙмы әле? – тип һораны. Дөрөҫөн әйткәндә, сьездан сыҡтыҡ та йүгерҙек бит, ашау ҡайғыһы булманы. – Өлгөрмәнек әле, – тигән булды Айгиз. Ай-вайына ҡуймай тәүҙә беҙҙе Дәүләт Думаһының ашханаһына алып инеп китте. Беҙ ҡаршылашып маташһаҡ та, барыбыҙға ла үҙе түләне. Ейгән ризыҡ та тәмле булғандыр, уныһы бик иҫтә түгел, ана шулай депутат-хужабикәнең ҡунаҡсыллығы, ихласлығы мәңге онотолмаҫ инде. Һуңынан уның кабинетына барып башҡорт балы менән кинәнеп сәй ҙә эстек әле. Парламенттың иҫтәлекле урындарын, залдарын күрһәтте, тарихтар һөйләне – шаулап йөрөнөк. Коридорҙа ТВ аша күргән таныш йөҙҙәр, сәйәсмәндәр осрай, беҙҙең Эльвира менән иҫәнләшәләр, һөйләшәләр. Беҙҙең менән дә күрешәләр. Ҡыҙыҡ инде. Кабинетына индек. Шуныһы аптыратты: ул улай уҡ ҙур түгел. Шуныһы һоҡландырҙы: Башҡортостан рухы, республика ҡото бында тулыһынса бар ине. Милли орнамент менән сигелгән япмалар, сувенирҙар, китаптар, өҫтәлдә айыулы башҡорт балы һәм түрҙә ағастан һырлап эшләнгән ҙур Башҡортостан картаһы күҙгә ташланды. Картала һәр район айырым беркетелгән.

