17 июлдә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткә... — 15 июня 2026 г. в 05:25:11.113
17 июлдә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ҡарары менән милләтте туплауҙа, башҡорт телен, рухиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнгән, башҡорт әҙәбиәтенең 10-дан ашыу эпик йөкмәткеле романдар, 30-ҙан ашыу үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Сөләймән улы Мусиндың тыуыуына 95 йыл тула. Ошо уңайҙан 17 июнь көнө Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Ноғман Мусиндың хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә саҡыра!

