Күренекле шағир Абдулхаҡ Игебаевҡа 96 йәш тулған булыр ине — 3 июля 2026 г. в 06:17:33
Күренекле шағир Абдулхаҡ Игебаевҡа 96 йәш тулған булыр ине Йәмле яҙҙан уҡ ғаиләбеҙ менән Абдулхаҡ апаларҙы ҡаршыларға әҙерләнә башлайбыҙ. Әсәйем иң һимеҙ һарығын, улар килгәс һуйырбыҙ, тип инселәп ҡуя. Ихатаның тирә-яғын йыйыштырабыҙ, мунсабыҙҙы таҙалап, яңы миндек бәйләйбеҙ һәм, Баймаҡтан шул көнгә киләләр, тигән хәбәр көтәбеҙ. Алдан әҙерләнмәйенсә лә булмай, сөнки улар менән һәр саҡ ҙур ғына делегация бергә йөрөй. Әсәйемдең әҙерләгән табынында әллә күпме яҙыусылар, шағирҙар, хатта Татарстандан килеүсе әҙиптәр ҙә ҡунаҡ булды. Һуңынан, ҡайҙа ғына саҡырмаһындар, Абдулхаҡ апа һәр саҡ беҙҙә ҡалыр ине. “Бер туған ҡарындашым була тороп, мин әллә ҡайҙа йөрөмәйем инде”, - тиер ине. Шуныһы үкенесле: әсәйем вафат булғас, йыл һайын тыуған яғына ҡайтҡан апа “ Хәнифә булмағас, унда мине кем көтөп тора”,- тип Күсейгә барыуынан баш тартты. Абдулхаҡ апаның һәр нәмәгә – осоп барған күбәләккә лә, әкрен генә иҫкән елгә тирбәлгән елгә тирбәлгән япраҡҡа ла, сылтыр шишмә тауышына ла, һайрар ҡоштоң моңона ла тәьҫирләнеп, иғтибар итеүенә, беҙҙе лә ҡарарға йә тыңларға ҡушыуына тәүҙә мин аптырай торғайным. Үҫә төшкәс кенә мин шағир күңелен тоя һәм аңлай алдым. Уның бәләкәй генә гүзәллекте лә күрә, тоя белеүенә, бәғзеләрҙең әшәке һүҙҙәрен дә кисереп, күңелен ҡатырмауына, дуҫтарының барлыҡ ҡыуаныстарын ихлас уртаҡлаша, ҡайғыларын бүлешә алыуына мин әле лә һоҡланып бағам. Абдулхаҡ Игебаев бер ҡасан да түрәләргә ярайым тип йәшәмәне, күптәр кеүек улар алдында “тәрилкә тотоп торманы”, уларҙың фатирының ишеген һәр саҡ ябай халыҡ асып керҙе. Кемгәлер дауаханаға барырға кәрәк, икенселәре балаларының йомошо менән килгән... Апа менән аралашҡандар, моғайын, минең һүҙемде ҡеүәтләр, уның шул тиклем кешелекле һәм кеселекле булыуын тойғандарҙыр. Ул бик ябай, хәстәрлекле һәм изге күңелле кеше ине. Ундайҙар хаҡында халыҡ телендә, эсендә сабый күңелендәй ҙә кер юҡ, тиҙәр. Ниндәй генә хәлдә ҡалып, кәңәш һорап барғанда, ул һәр саҡ төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өндәй, күңелеңде күтәрерлек һүҙҙәр таба белә ине. Тап шул йөрәккә үтеп инерлек, күңелдәрҙе күтәрерлек, илһамландырыр моңло тауышың, атайсарҙарса хәстәрлекле кәңәшең етмәй шул... Дауамы сайтта: https://agideljurn.ru/news/-ip-tormosho/2026-07-02/b-g-n-k-renekle-sha-ir-abdulha-igebaev-a-96-y-sh-tul-an-bulyr-ine-4739776