Көтәбеҙ, Салауат! — 3 июля 2026 г. в 06:02:25
Көтәбеҙ, Салауат! 👦 – Һин бит күпте беләһең, Атай, йәле, әйт әле, ❓Ҡайҙа илттеләр икән Салауаттың һәйкәлен? 🏞 Былтыр килгәндә генә Тора ине ярында, 🏙 Өфө ҡунаҡтарының Ҡаршы алып барын да. 👨 – Ул ҡуйылғанға, улым, 🕰 Алты тиҫтә йыл уҙған, 🌧💨 Ел-ямғыр, бурандарҙа Тутыҡҡан, бер аҙ туҙған. 🔨🏗 Әле оҫтаханала Унда апай, ағайҙар, 👩⚕👨⚕ Хас та табиптар һымаҡ, Һәйкәлде «дауалайҙар». 💚 Сирҙе алдан иҫкәртеү Кәрәк шул һәр кемгә лә, 👨👩👧👦 Кешеләргә генә түгел, 🗿 Хатта һәйкәлдәргә лә. 🐎⚔ Салауат Юлаев батыр, 🤲 Аллаһ бирһә, йәренгә, 📍 Урынына кире ҡайтыр Атында, эйәрендә. ✨ Тағы ла күркәмләнер 🏙 Өфөбөҙ – баш ҡалабыҙ. 🌈 Әлегә, шулай булырын 🙏 Өмөт итеп ҡалабыҙ. ✍ Юлдаш ӘХТӘМОВ