Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Образование · 2 июля 2026 г.
Бөгөн 52 баланың ғүмерен өҙгән Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәткә - 24 йыл Ил хәсрәтен аңлатырға Бер һүҙ етә – Юбирленген. Уның аяҙ күктәрендә Нисәмә йән йәберләнгән! Был гонаһһыҙ сабыйҙарҙы Һаҡламаның ниңә, Аллам?! Нисек түҙҙең, ялбарышып Һорағанда улар ярҙам?! Юбирленген… Баҫыуҙарың Беҙҙәгеләй йәшел икән, Түгелеп тә яуған ямғыр Сабыйҙарҙың йәше микән? Беҙҙә лә бит әле булһа Күҙ йәштәре туҡтамаған, Бер атай юҡ уйһыҙ ҡалған, Бер әсә юҡ һыҡтамаған. Әйләнер ҙә ҡайтыр инде Күкте ҡаплап ҡара болот, Әммә ямғыр тамсылары Йәнде өтөр ялҡын булып. Йөрәгемде өтөр был һүҙ: Германия – Юбирленген. Янып төшкән самолеттай Минең йәнем күмерләнгән. Зөлфиә Ханнанова.