Беҙҙең Фәрзәнә, афарин! — 2 июля 2026 г. в 15:20:06
Беҙҙең Фәрзәнә, афарин! Хеҙмәттәшебеҙ, режиссер Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә Кинематография һәм театр сәнғәте академияһын тамамланы. Уның диплом эшенә — башҡортса төшөрөлгән «Ҡоролоҡ» фильмына уҡыу йорто ректоры, атаҡлы актер Никита Михалков үҙе юғары баһа биргән. «Замечательная картина!» тип әйткән Михалков дипломды тапшырыу кисәһендә. 🔹 "Ҡоролоҡ" тип аталған ҡыҫҡа метрлы фильм башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин хикәйәһенә нигеҙләнгән. Ул - Фәрзәнә Утарбаеваның һәм продюсер Алһыу Абдуллинаның уҡыуҙы йомғаҡлау проекты.
75 просмотров