Киләһе Ҡорбан байрамына Әр-Рәхим мәсетенең беренсе ҡаты әҙер буласаҡ. — 29 июня 2026 г. в 13:58:54.713
Киләһе Ҡорбан байрамына Әр-Рәхим мәсетенең беренсе ҡаты әҙер буласаҡ. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты инициативаһы менән бөгөн бер төркөм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм журналистар Әр-Рәхим мәсетен төҙөү барышы менән танышты. Бөгөнгө көндә мәсеттең ташын йөҙләү (облицовка) эше бара. Был эште "Профмастероф" төҙөлөш компанияһы башҡара. Эш удар темптар менән бара тип әйтеп булмай. Бер нисә генә эшсене күрҙек. Шуға ҡарамаҫтан йөҙләү эш тамамланыуға бара, тип әйтергә була. Мәсеттең байтаҡ өлөшө йөҙләнгән. Компанияның етәксеһе Павел Краснов эш барышы менән таныштырҙы, һорауҙарға ентекле яуаптар бирҙе. Заманында мәсеттең манаралары грек мәрмәре менән йөҙләнгән ине, был таш ваҡыт үтеү менән аҡ төҫөн юғалта, уны ағартыу өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителәсәк. Шуға күрә лә мәсеттең үҙен аҡ керамогранит менән йөҙләйбеҙ, тине компания етәксеһе. Был материал мәрмәрҙән арзан һәм мәрмәрҙән айырмалы рәүештә һыуҙы үҙенә ныҡ һеңдермәй һәм үҙенең төҫөн дә юғалтмай, ти төҙөүсе. Мәсеттең эсендә әлегә йөҙләү эштәренә тотонмағандар. Мәсеттең беренсе ҡатын киләһе Ҡорбан ғәйетенә тапшырырға ниәтләйбеҙ тине П.Краснов. Йәғни киләһе йыл, Алла бойорһа, мәсеттең тәүге ҡатында байрам намаҙын ойошторорға мөмкинлек булыр, тигән өмөт бар. Мөһәбәт Әр-Рәхим мәсетенең төп залы икенсе ҡатта урынлашҡан. Унда әле йөҙләү эштәре башланмаған. Алла бойорһа, яҡын киләсәктә, баш ҡалабыҙ Өфөнөң йөҙөк ҡашы булырҙай Әр-Рәхим мәсете тулыһынса төҙөлөп бөтөп, Башҡортостан мосолмандарын ҡыуандырыр, иншАлла!

