Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре яңы альманахҡа инде! — 29 июня 2026 г. в 06:58:49.799
Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре яңы альманахҡа инде! Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан Урал һәм Волга буйы халыҡтарының әҙәби альманахы донъя күрҙе. Унда проза бүлегенә «Ағиҙел»дең баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың хикәйәһе инде. Шулай уҡ яҙыусылар Таңсулпан Ғарипованың, Камил Йыһаншин, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Айгиз Баймөхәмәтовтың һәм Миләүшә Ҡаһарманованын әҫәрҙәре бар. Шиғриәт бүлегенә шағирҙар Ҡәҙим Аралбаевтың, Тамара Ғәниеваның, Хәсән Назарҙың, Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның, Йомабикә Ильясованың, Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтарҙың, Лариса Абдуллинаның, Зөлфиә Ханнанованың һәм Айбулат Сәсәнбаевтың шиғырҙары инде.

