"Ағиҙел"даң йәйге һандары йыйылып киткән. Элек, бала саҡта, гәзит килһә, аҙаҡҡы битенән... — 25 августа 2026 г. в 07:15:27.237
"Ағиҙел"даң йәйге һандары йыйылып киткән. Элек, бала саҡта, гәзит килһә, аҙаҡҡы битенән уҡый башлаған кеүек журналдарҙың август һанын тәүҙә ҡулыма алдымсы)) Беренсе булып Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Мин, ахыры, моңдан яралғанмын" тип аталған хәтирәләрен асып уҡыным. Мәле менән Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының тауышы ишетелеп киткәндәй булып, уның һөйләү темпында етеҙ генә уҡылды. Йыр итеп яҙылған шиғырҙарын уҡығанда йә Әлфиә Юлсуринаның, йә Нәзифә Ҡадырованың, Венер Абдуллиндың тауышы ишетелгәндәй булды. Хәтирәләрҙән һуң Луиза Кирәеваның "Әгәр ғүмер бер йыр булһын тиһәң..." тип аталған мәҡәләһе килә. Ул З.Ҡотлогилдинаның ижадына арналған. Луиза Рифовнаның әҙәби тәнҡит мәҡәләләре оҡшай, бында ла бер тында уҡылды. Июнь, июль һандарының йөкмәткеһен генә асып ҡараным әле. Улар ҙа ҡыҙыҡтырғыс - ике номерҙа Гөлсәсәк Саламатованың ҡыҙыҡлы мәҡәләләре бар, башҡа авторҙарҙың да публицистикаһын уҡығы килә. Тағы хикәйәләр, повестар һәм романдар. Ҡыҫҡаһы, кәңәш итәм. "Ағиҙел" N8, N7,N6

