Шәп яңылыҡ: профессор Ғиниәтулла Ҡунафиндың 80 йәшенә һәм Башҡортостан Фәндәр академияһ... — 24 августа 2026 г. в 17:11:55.457
Шәп яңылыҡ: профессор Ғиниәтулла Ҡунафиндың 80 йәшенә һәм Башҡортостан Фәндәр академияһының 35 йыллығына арналған конференция була. "Евразия цивилизацияһы сиктәрендә Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының рухи мәҙәниәте һәм гуманитар фәне: тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге" Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция 2026 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә үтәсәк. 🔥 Ул арҙаҡлы ғалим-әҙәбиәт белгесе, профессор Ғиниәтулла Ҡунафинға 80 йәш тулыуға һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының 35 йыллығына бағышлана. Әҙәбиәт фәне, культурология, фольклор, тел ғилеме өлкәһенә арналған ғилми хеҙмәттәр, юғары белем биреүҙе үҫтереүҙә Ғиниәтулла Ҡунафиндың роленә бағышланған материалдар һ.б. ҡабул ителә. 💯 Ғаризалар 2026 йылдың 10 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Электрон почта: gum_nauka_2026@mail.ru Тулыраҡ мәғлүмәт: https://gkrb-nvo.bashkortostan.ru/presscenter/news/839944/

