Ысын мәғәнәһендәге әсәйҙең... — 5 сентября 2026 г. в 03:00:50.536
Ысын мәғәнәһендәге әсәйҙең... Мәжит Ғафури йорт-музейында башҡорт яҙыусыһы Нәжиә Игеҙйәнованың 80 йәшлек юбилейы үтте. Һаулығының шәптән булмауы сәбәпле юбиляр үҙе кисәлә була алманы, әммә сараға килеүселәр әҙибәнең әҫәрҙәрендә сағылған күңел йылыһын, кешеләргә ҡарата булған әсәләрсә мөнәсәбәтен яҡшы тойҙо. Яҙыусының ҡыҙҙары Гөлфиә һәм Ләйсән Йәркәй ҡыҙҙары әсәләренең юбилейына үҙ иҫәптәренә 4 томлығын баҫтырып бүләк итте. Ошоғаса бындай сараларҙа шундайын бүләк алыусы яҙыусыны күргәнебеҙ юҡ ине. Бынан бер нисә йыл элек сит илгә самолетта осоусы бер кеше пассажирҙар менән башҡорт, рус, инглиз телдәрендә иркен аралашыусы борт проводниктың Нәжиә һәм Йәркәй Яҡшыдәүләтовтарҙың улдары Айсыуаҡ икәнлеген әйтеп ғорурлыҡ тойғоһо кисергәнен һөйләгәйне. Ысын мәғәнәһендәге әсәйҙең генә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре әсә телендә һөйләшә ала шул. Кисәлә сығыш яһаусы ғалимдар, әҙәбиәт белгестәре яҙыусының әҫәрҙәренә байҡау яһаһа, башҡалар барыһы ла уның шәхси сифаттары, кешелеклелеге, олоға оло, кесеге кесе итеп ҡарауы хаҡында бәйән итте. Милләтебеҙ әсәһе Мәрйәм Бураҡаева кеүек Нәжиә апай ҙа кешеләргә әсәйҙәрсә хәстәрлекле мөғәмәләлә була белә, ысын әсәләрҙең асылы шундай. Кисәлә беҙ тап шул йылылыҡты тойҙоҡ та инде... "Мең дә бер күҙәтәүем" яҙмаларынан 1090-сы күҙәтеү Әхмәр Үтәбай

