85 йыл элек Өфөлә күренекле яҙыусы Сергей Довлатов донъяға килгән — 4 сентября 2026 г. в 09:55:25.345
85 йыл элек Өфөлә күренекле яҙыусы Сергей Довлатов донъяға килгән Сергей Довлатов 1940 йылдың 3 сентябрендә Ленинградтан эвакуацияланып килгән режиссер һәм актриса ғаиләһендә Өфөлә тыуған.Уның атаһы Донат Мячик милләте буйынса йәһүд, улы киләсәктә бер ниндәй ҙә проблемаға юлыҡмаһын өсөн метрикаға әрмән әсәһенең фамилияһын һәм милләтен яҙҙыра. Ғаилә өс йыл Гоголь урамындағы НКВД хеҙмәткәрҙәре йортонда йәшәй. Урта мәктәпте тамамлағас, Сергей Ленинград дәүләт университетына инә, әммә ике йылдан өлгәшмәгәне өсөн вуздан ҡыуыла. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас ҡына юғары белемгә эйә була.Ленинградта һәм Таллиннда гәзит-журналдар редакцияларында эшләй, идеологик сәбәптәр табып, әҫәрҙәрен кире ҡағалар. Талантлы яҙыусы (ул үҙен шулай тип атай) юлын таба, етмешенсе йылдарҙа хикәйәләре һәм повестары сит илдәрҙә, эмиграция баҫмаларында күпләп баҫыла. Был хаҡта белеп ҡалған махсус хеҙмәттәр уны күҙәтеү аҫтына ала. Юҡ ҡына ыҙғыш арҡаһында хатта махсус приемникка ябалар, СССР Журналистар союзынан сығарыла.Үҙен тыныслыҡта ҡалдырмаясаҡтарын аңлаған Сергей Довлатов 1978 йылда Ҡушма Штаттарға эмиграциялана. Бында уның 12 китабы донъя күрә. Иң төп әҫәрҙәре – “Ҡурсаулыҡ”, “Сит ил ҡыҙы”, “Сумаҙан”, “Һөнәр”, “Зона: һаҡсы яҙмалары”, “Беҙҙекеләр” һ. б.Әҫәрҙәре донъя халыҡтарының утыҙҙан ашыу теленә тәржемә ителгән. Ул – «Нью-Йоркер» элитар журналында ун хикәйәһенең тәржемәһе баҫылған берҙән-бер рус телле яҙыусы. Сергей Довлатов 1990 йылдың 24 авгусында Нью-Йоркта йөрәк ауырыуынан вафат була. Ҡаланың Куинс районында йәһүдтәрҙең «Маунт-Хеброн» зыяратында ерләнгән.Санкт-Петербург, Таллинн һәм Өфө ҡалаларында С. Довлатов йәшәгән йорттарға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Нью-Йорк һәм Ухта ҡалаларында урамдар уның исемен йөрөтә. Былтыр Өфөлә «Әҙәби импульс» беренсе Довлатов фестивале уҙғарылды. Факил Мырҙаҡаев.

