Әбйәлил районының яҙыусылар, шағирҙар һәм журналистар Союзы булдырылды — 3 сентября 2026 г. в 18:51:20.759
Әбйәлил районының яҙыусылар, шағирҙар һәм журналистар Союзы булдырылды Уның етәксеһе итеп талантлы йәш прозаик Илгиз Истамғәлин һайланды. Әбйәлил районы Айғырбатҡан утарында «Ҡәләмтуй – 1» әҙәбиәт һөйөүселәрҙе бергә тупланы. Матур байрамдың девизы «Яҙа ҡәләм – тыңлай ғаләм!» тип нарыҡланған ине. Байрамда абруйлы ҡунаҡтар булыуы ҙур мәртәбә өҫтәне. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы рәйесе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағиры, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, шулай уҡ Мәғнит һәм Силәбе ҡалаларынан, күрше райондарҙан билдәле шәхестәр ҡатнашты. Төрлө йүнәлештә секциялар эшләне. «Проза һәм драматургия»ны Радик Өмөтҡужин, «Бөгөнгө һәм киләсәкке шиғриәт»те Фәнүзә Биктимерова, «Ҡәләм оҫталары – «Осҡон»доң дуҫтары»н Рәмилә Истанбаева, «Мәктәп йондоҙсоҡтары»н Зиниә Ғәлләмова, «Барыһы ла Еңеү өсөн!» секцияларын Земфира Сафина етәкләне. Һәр секцияла әҙәбиәттең киләсәге буйынса мөһим мәсьәләләр күтәрелде, кәңәштәр бирелде. Ижади көстәрҙе бер бөтөнгә берләштереү тураһында резолюция ҡабул ителде. Ошо маҡсатта Әбйәлил районының яҙыусылар, шағирҙар һәм журналистар Союзы булдырылды.

