ХАТ-ХӘБӘР
ХАТ-ХӘБӘР “Йәшел Башҡортостан” акцияһында районыбыҙ менән ҡатнаштыҡ Ял көнө бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте. Был акциянан беҙҙең район да ситтә ҡалманы. Беҙ ҙә ошо мөһим һәм изге эштең бер өлөшө булдыҡ! Атай-әсәйҙәребеҙ менән әүҙем ҡатнаштыҡ. Бергәләп ҙур тырышлыҡ менән ағастар ултырттыҡ. Акцияға ҡушылған барыһына ла ҙур рәхмәт! КОЗОРЕЗ Кирилл, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы. https://amanat.su/news/novosti/2026-09-28/hat-h-b-r-y-shel-bash-ortostan-aktsiya-ynda-rayonyby-men-n-atnashty-4828126 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb