Архангел районындағы “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре йәй көнө шифалы үләндәр ...
Архангел районындағы “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре йәй көнө шифалы үләндәр йыйҙы. Шунан уларҙы киптерҙе, тураны, ҡаптарға тултырҙы. Әҙер үлән сәйҙәрен уҡыусылар М. Шайморатов исемендәге “БеҙБергә” муниципаль штабына тапшырҙы. Штаб әленән-әле махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөктәр оҙатып тора. Балалар әҙерләгән күстәнәстәр ҙә яугирҙарға тыуған яҡ сәләме, тыуған ер шифаһы булып барып етер. Фото: Архангел район хакимиәте. Тулыраҡ – бында: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-14/arhangel-rayony-u-yusylary-mho-yaugir-ary-s-n-shifaly-s-y-r-erl-ne-4811486 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb