🌀 Йырлап йәшәү өсөн йырсы булыу мотлаҡ түгел. — 16 июня 2026 г. в 06:44:28.628
🌀 Йырлап йәшәү өсөн йырсы булыу мотлаҡ түгел. 🌀 Тормош ҡурайһыҙ бейетә. 🌀 Талантты талап алып булмай. 🌀 Ярҙамсыл кешенең дә ярҙамға мохтаж сағы була. 🌀 Күп күргәнде күрә алмайҙар. 🌀 Ялҡауҙың йөгөн тартышһаң, йөгөнә менеп ултырыр. 🌀 Түрәһенең теше һыҙлай, ялағай ыңғыраша. 🌀 Ҡабалан эшләнгән эш ҡабаттан эшләнелә. 🌀 Телдең оҙонлоғо аҡыл ҡыҫҡалығынан. 🌀 Өй түбәһе тишек булһа, ямғыр йышыраҡ яуа. 🌀 Энә үҙ өсөн текмәй. 🌀 Ғәйбәттең һәйбәте булмай. 🌀 Шахматта иң ҡурҡыныс фигура - ферзгә әүерелгән пешка. 🌀 Ҡояш ҡына бул, тирә-яғыңда әйләнеүселәр табылыр. 🌀 Оҫта алдаҡсы дөрөҫлөккә таяна. 🌀 Дуҫлыҡ менән дошманлыҡ араһы бер артыҡ һүҙ. 🌀 Ныҡ күтәрелгән танау күҙҙе ҡаплай. 🌀 Аҡыллы хужа этенә ҡушылып өрмәҫ. 🌀 Төймә кәрәклеге ул өҙөлгәс кенә беленә. 🌀 Төпкә егелгән ат сыбыртҡыға яҡыныраҡ. 🌀 Тел менән эшләгәндең ҡулы ял итә. 🌀 Алға һикереү өсөн, бер аҙ артҡа сигенһәң дә була. 🌀 Аҡыл тәрәнлеге һаҡал оҙонлоғо менән үлсәнмәй. 🌀 Ҡараңғыла күләгә булмай. 🌀 Һөйөү тойғоһонан мәхрүм генә күптәрҙе һөйә ала. 🌀 Иң алама ел - башта иҫкән ел. Ғәбит САДИҠОВ.

