Шатлығым — 23 июня 2026 г. в 14:04:54.817
Шатлығым Япраҡтар ҙа шаулай, ямғыр яуа, Ҡоштар һайрай башҡорт телендә. Йылға аҡҡанын да тыңлаған бар, Дауыл булып иҫкән елен дә — Һөйләшәләр башҡорт телендә. Ә башҡаса нисек булһын инде, Баҫып торам башҡорт илендә! Улай тиһәң, төнөн йондоҙҙар ҙа, Әйтерһең дә, башҡорт ҡыҙҙары! Ҡашмауҙары емелдәшә төҫлө, Ишетелә һымаҡ йырҙары. Ҡыйырсыҡ Ай Йыһан киңлегендә — Нәфис муйындағы алтынмы? Йыһан үҙе әллә, төн йоҡламай, Бишек бағып сыҡҡан ҡатынмы? Бәүелтә ул башҡорт халҡынмы? «Бушты яҙаң», — тимәгеҙсе әле, Уҡып ҡара «Урал» эпосын. Үҙебеҙсә, башҡортсалап әйтәм Был һүҙемде, тыңла — ып-ысын! Ҡояш ҡалҡыр иртән, сәләм бирер: «Иҫән-һаумы, — тиеп, — башҡортом?» Баҫып торам Ерҙең кендегендә, Түбәһендә — Ер бит түңәрәк. Ә шатлығым — сәскә уртаһында Ҡанат елпеп торған күбәләк! Фәнис Сирбаев

