Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Рәсәй фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институ... — 23 июня 2026 г. в 14:16:31.844
Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Рәсәй фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре Этнология бүлеге мөдире (ТИИЯЛ ӨФӨ ФТИ РАН) Марсель Маннапов етәкселегендә - этнология бүлеге фәнни хеҙмәткәре Юлиә Әбсәләмова, көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге фәнни хеҙмәткәре Рәшит Аҡкүбеков, фольклористика бүлегенең өлкән фәнни хеҙмәткәре Айгөл Хәкимйәновалар Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы "Әүлиә" ағинәйҙәр ҡоро ағзалары менән осрашты. Ағинәйҙәр ғалимдарға "Ҡаҙ ҡаурыйы һыҙырыу" йолаһын күрһәтте. Ер - һыу атамалары, боронғо йырҙар, онотолоп барған йолалар, тарихи урындар, бала саҡта уйнап үҫкән уйындар, таҡмаҡтар, легендалар, сәйер хәлдәр һ.б.тураһында һөйләне. Башҡорт халҡының милли кейемдәре, аҫалы балаҫтар, ҡул эштәре күргәҙмәһе менән таныштырҙы.

