🗓️1 июлдән ниндәй үҙгәрештәр көтә? — 1 июля 2026 г. в 04:20:19.384
🗓️1 июлдән ниндәй үҙгәрештәр көтә? 💥Бөгөн илдә айырым категория граждандарға социаль түләүҙәр арта. Үҙгәрештәр уҙған айҙа инвалидлыҡ юллаған, бәлиғ булмаған бала ҡараусы пенсионерҙар һәм ауыл хужалығы өлкәһендә 30 йылдан ашыу хеҙмәт иткәндәргә ҡағыла. 💥 Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы старт ала. 💥Баш ҡалала бөгөндән балалар баҡсаһы өсөн түләү күләме үҙгәрә. Документҡа ярашлы, хәҙер көнөнә 192 һум ҡарала. Республикала әле иң түбән хаҡтар Әбйәлил районында һәм Ағиҙел ҡалаһында -142 һәм 144 һумдан билдәләнә.

