Хәйбулла районынан Ишемғолова Гөлйыһан Сабирйән ҡыҙы 90 йәшлек юбилейын билдәләне. — 30 июня 2026 г. в 14:19:24.181
Хәйбулла районынан Ишемғолова Гөлйыһан Сабирйән ҡыҙы 90 йәшлек юбилейын билдәләне. -Һуғыш осоро балаһы булған инәй иртә йәштән етем ҡалып, тормоштоң әсе һурпаһын татыған замандаштарының береһе. Иңенә ниндәй генә эш төшмәгән- ҡара йәшенән быҙау баҡҡан, һыйыр һауған, яҙын-көҙөн ырҙын табағында эшләгән, колхозға ярҙамға ситтән килгән шоферҙарға тамаҡ бешереү кеүек эштәрҙең барыһы уның быуыны йәштәштәре иңенә төшкән. Үҙенә бала бәхете бирмәһә лә, етем ҡалған 3 йәшлек ҡустыһын тәрбиәләп кеше итә ул. Бөгөн килеп ҡартлыҡ көнөндә төп таянысы ул бала, улының өс ҡыҙы, уларҙың балалары бөгөнгө ҡыуанысы юбилярҙың. - Ҡартлыҡ көнөмдә бәхетлемен, улым бик яҡшы ҡарай, ошо үҙ аяғымда йөрөшөмдән,күреү сырағымдан, зиһенемдән айырмаһын, беҙ күргәнде балаларға күрһәтмәһен, тиҙерәк һуғыш афаттары туҡтап илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын,- барыһына ла фатихаһын биреп ултыра инәй, - тип яҙа социаль селтәрҙә Хәйбулла районының ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы Хәйбулла районы хакимиәте төркөмөндә.

